Әсә теле, 2-се класс Яҡынса тематик планлаштырыу Тематическое планирование по башкирскому языку | |
Автор: drug | Категория: Прочее | Просмотров: | Комментирии: 0 | 13-08-2013 16:49 |
Әсә теле, 2-се класс
Яҡынса тематик планлаштырыу
Дәрес |
Дәрестең темаһы |
Йөкмәткеһе |
Планлаштырылған һөҙөмтә |
Үткәреү ваҡыты |
1 |
Уҡымышлы булыу ни өсөн кәрәк? |
Мәктәптә белем алыу, уҡыу эшмәкәрлегенә өйрәнеү һәм әхлаҡи рухлы булыу төшөнсәләре һәм уларға эйә булыу. Мотив тыуҙырыу |
2-се класта уҡыу осорона пландар ҡабул итергә, маҡсатлы йүнәлеш алырға. Уҡыу эшмәкәрлегенә өйрәнергә |
|
2-4 |
Ҙур хәреф. Һөйләм |
һөйләм башы (ҙур хәреф). Һөйләм аҙағы (нөктә, һорау, өндәү). Һөйләмде тейешле интонация менән уҡыу. Уны әйтеп яҙҙырыу. Һөйләмде күсереп яҙыу. Шиғырҙы күсереп яҙыу. Шиғыр строфаһының һәр юлы ҙур хәрефтән яҙылыуы |
Һөйләмде тейешле интонация менән уҡырга. Уның башында ҙур хәреф, аҙағына тейешле тыныш билдәләрен ҡуйып яҙырга. Күсеpen яҙыу ҡагиҙәләрен үтәргә |
|
5-6 |
Ҙур хәреф. Кеше исемдәре |
Кеше исемдәре. Уларҙың мәғәнәһе. Кеше исемдәренең яҙылышы. Әйтелгәнсә яҙылмай торған ҡатын-ҡыҙ һәм ир-ат исемдәре: [элэйә] - Әлиә, [һәҙэйә] - Һәҙиә, [ғәлэй] - Ғәли һ. б. Күсереп яҙыу |
Кеше исемдәренең мәғәнәһе тураһында мәғлүмәт алыу өсөн төрлө сыганаҡтар ҡулланырга. Кеше исемдәрен дөрөҫ яҙырга. Һөйләмде күсереп яҙыу ҡагиҙәләрен үтәргә |
|
7-9 |
Ҙур хәреф. Кеше фамилиялары |
Кеше фамилиялары. Әйтелгәнсә яҙылмай торған фамилиялар, [-ыф], [-эф] өндәренә бөткән ир-ат фамилияһының аҙағында -ов, -ев хәрефтәре яҙылыуы: [Кәримыф] - Кәримов, [Йәмилэф] - Йәмилев һ. б. Күсереп яҙыу |
Кеше исем-фамилияларын дөрөҫ яҙырга. Һөйләмдә орфограммалар аҫтына һыҙырға. Уларҙы аңлатырга. Һөйләмде дөрөҫ күсереп яҙырга |
|
10-11 |
Ҙур хәреф. Ер-Һыу атамалары |
Ер-Һыу атамаларын аңлатҡан һүҙҙәрҙең ҙур хәреф менән яҙылышы. Тыуған ауыл (ҡала) янындағы йылға, күл, тау атамалары. Күсереп яҙыу |
Тыуып үҫкән ер-һыу атамалары тураһында мәглумәт алырга. Улар тураһында һөйләргә. Күл, йылға, тау, ауыл, ҡала, ил атамаларын ҙур хәрефтән яҙырга. Яҡын кешеләр (ҡартатай-ҡартәсәйең, олатай- өләсәйең һ. б. яҡындарың) йәшәгән ил, ауыл (ҡала) һәм район атамаһын әйтә белергә |
|
12-14 |
Ҙур хәреф. Хайуан ҡушаматтары |
Хайуан ҡушаматтарының ҙур хәреф менән яҙылышы. Йорттағы эт, бесәй, һыйыр (быҙау), ат (ҡолон) ҡушаматтарын яҙыу. Күсереп яҙыу |
Ҡушамат хайуанға нимәгә нигеҙләнеп ҡушылыуын аңлатырга. Уларҙы ҙур хәрефтән яҙырға. Ьөйләмде күсереп яҙғанда тейешле инструкция буйынса эш итергә |
|
15 |
Тикшереү эше |
Кеше исем-фамилиялары, хайуан ҡушаматтары, ер-һыу атамаларын аңлатҡан һүҙҙәрҙе ҙур хәрефтән яҙыу. Күсереп яҙыу. Диктант |
Яңғыҙлыҡ исемдәрҙе ҙур хәрефтән яҙырға. Ьөйләм, тексты дөрөҫ кусереп яҙырға. Диктант тексын иғтибарлы тыңларға, дөрөҫ яҙырға |
|
16 |
Үҙ-ара һөйләшеү. Диалог |
Үҙ-ара аралашыу. Хәл-әхүәл белешеү. Яңылыҡтар менән бүлешеү. Теге йәки был күренеш, хәл- ваҡиға тураһында уй-тойғолар менән бүлешеү |
Үҙ-ара аралашыу оҫталығына өйрәнергә. Төрлө ситуацияларҙа кешегә башлап өндәшергә. Һорау, үтенес менән өндәшкәндә итәғәтле, йомшаҡ, яғымлы һөйләшергә, яуап көткәндә түҙемле булырға һәм рәхмәт әйтергә |
|
17-18 |
Үҙ-ара һөйләшеү ҡороу. Диалог |
Кеше менән танышыу (диалог ҡороу). Танышҡан кешеңде һүрәтләп һөйләү. Уның ҡылыҡ-фиғеленә һүрәтләмә биреү |
Кеше менән танышҡанда мотлаҡ әйтелә торған һүҙҙәрҙе (һаумыһығыҙ, хәлдәрегеҙ нисек, зинһар өсөн һ. б.) йомшаҡ, яғымлы итеп әйтергә. Үҙеңде шәхес булараҡ ҡуя белергә - аралашыу мәҙәниәтенә өйрәнергә |
|
19-20 |
Йәмғиәт урындарында осрашыу. Диалог |
Йәмғиәт урындарында кешеләр менән аралашыу (китапханала, магазинда, больницала, театрҙа, вокзалда һ. б.), диалог ҡороу. Кеше менән аралашыу этикеты. Ике кеше һөйләшеүен дәфтәргә яҙыу тәртибе. Һәр кемдең әйткән һүҙҙәрен өр-яңы юлдан башлап яҙыу, уның алдынан оҙон һыҙыҡ (тире) ҡуйыу |
Таныш булмаған кешегә тәү башлап һүҙ ҡушырға (һаулашыу, сәләм биреү), уның янына килеү маҡсатын - үтенесеңде ҡыҫҡа ғына итеп әйтергә, әңгәмәсеңде ихтирам, яҡты йөҙ менән тыңларга. Иғтибары, ярҙамы өсөн рәхмәт әйтә белергә. Йылмайыу, ҡулын ҡыҫыу (урынлы булһа) һ. б. Аралашырға күнегергә |
|
21-22 |
Яҡын кешеләрҙе ҡотлау, тәбрикләү |
Атай-әсәй, ҡартатай-ҡартәсәй, олатай-өләсәй, апай-ағай, ҡусты- һеңлеләр, уҡытыусы, класташтарҙың тыуған көнө (байрам, уңыш (дан) яулаған көн) менән ҡотлау (диалог). Уға иғтибар бүлеү. Ҡотлау, тәбрикләү барышындағы һөйләшеү (диалогты) дәфтәргә теркәү |
Яҡын кешеләрҙең тыуған көндәрен (йылын, айын, көнөн) ҡағыҙға теркәп ҡуйырга. Ул көндө уларҙы ҡотларға; иғтибар, ихтирам күрһәтергә. Ҙур уңыш (дан) яула- ған яҡын кешеләрҙең ҡыуанысы менән уртаҡлашырға |
|
23-25 |
Әкиәт геройҙары. Минең тиҫтерҙәрем. Аралашыу этикеты |
Аралашыу этикеты. Ғәҙәти көнкүреш ситуацияларында бер-береңә өндәшеү, үҙ-ара һөйләшеү мәҙәниәте. Диалогты дәфтәргә яҙыу |
Өндәшеү маҡсатына, урынына ҡарап тауышты тейешлесә көйләргәөйрәнергә. Һөйләшеү барышында кешенең торошон, уның әңгәмә өсөн ваҡытының күпме булыуын иҫәпкә алып һөйләшеү ҡорорға. Диалог барышында яғымлы, тотанаҡлы булырға |
|
26-28 |
Мәғлүмәт, белешмә эҙләү |
Кәрәкле белешмә, мәғлүмәт алыу маҡсатында кешегә өндәшеү. Телефон аша аралашыу. Диалогты тейешле тәртиптә яҙыу |
Йәмғиәт урындарында ашығыс белешмә кәрәк булған осраҡта фекереңде аңлайышлы, ҡыҫҡа ғына итеп аңлата белергә. Телефон аша яғымлы, асыҡ итеп, кешене оҙаҡ тотмай һөйләшә белергә |
|
29-31 |
Диалог ҡороу. Әйтем. Һынамыш. Мәҡәл-әйтемдәр |
Бәләкәй жанр ижады (әйтем, һамаҡ, һынамыш һ. б.). Диалог ҡороу мәҙәниәте |
Һамаҡ, һынамыш, мәҡәл-әйтемдәрҙе яттан белергә. Телмәр ситуацияларында мәҡәл-әйтемдәрҙе урынлы ҡуллана белергә |
|
32-33 |
Иғлан. Белдереү |
Иғлан, белдереү тексы төҙөү. Уны газета-журнал битенә баҫтырырға әҙерләү |
Иғлан, белдереү йөкмәткеһен ҡыҫҡа һәм аңлайышлы итеп төҙөргә, уны матбуғат биттәрендә баҫтырыуҙы планлаштырырға |
|
34-35 |
Тикшереү эше. Эшкә анализ |
Аралашыу, диалог ҡороу оҫталығы. Ике кеше һөйләшеүен дәфтәрҙә грамоталы яҙыу |
Актуаль темаларға (ситуацияларға) ике кеше араһында һөйләшеү өлгөһө ижад итергә. Уны дәфтәргә тейешле ҡағиҙәләргә ярашлы итеп яҙырға |
|
36-37 |
Һөйләм |
Һөйләм. Һөйләмдең билдәле бер мәғәнәне, фекерҙе белдереүе. Һөйләм башы, аҙағы. Хәрәкәтте белдергән һүҙҙең һөйләмдең иң аҙағында килеүе |
Һөйләмде тейешле интонация менән уҡырга, тыңларға. Уның мәғәнәһенә төшөнөргә. Һөйләм төҙөргә. Уны ҙур хәрефтән башларға, аҙағында тейешле тыныш билдәһе ҡуйырға |
|
38-40 |
Һөйләмдең баш киҫәктәре. Эйә, хәбәр |
Һөйләмдең эйәһе, хәбәре. Уларҙың һөйләмдәге функцияһы |
Һөйләмдән баш киҫәктәрҙе табырға, аҫтарына һыҙырға |
|
41 |
Һүрәт буйынса өйрәтеү иншаһы. «Торналы күл» |
Һүрәт буйынса инша яҙыу. Сюжет йөкмәткеһе. Уны эҙмә-эҙлекле тасуирлау |
Һүрәткә ярашлы ҡулланыу өсөн бирелгән һүҙҙәрҙе ҡулланып, сюжет йөкмәткеһен бирергә |
|
42-43 |
Хәбәр һөйләм |
Хәбәр һөйләм. Һөйләмдә кем йәки нимә тураһында хәбәр ителеүе |
Хәбәр һөйләм аҙағында нөктә ҡуйырға. Уны дөрөҫ күсереп яҙырға |
|
44-45 |
Өндәү һөйләм |
Өндәү һөйләм. Кешегә сәләм биргән, һаулыҡ һорашҡан, теләк белдергән, һөйөнөс, ҡыуаныс йәки ҡурҡыу белдергән һөйләмдәр аҙағында өндәү билдәһе ҡуйылыуы |
Өндәү һөйләмде тейешле интонация менән уҡырға. Диктант яҙғанда хәбәр һөйләм аҙағына нөктә, өндәү һөйләм аҙағына өндәү тамғаһы ҡуя белергә |
|
46-47 |
Һорау һөйләм |
Һорау һөйләм. Нимәлер хаҡында һорау, белешеү, йәғни мәғлүмәт алыу маҡсатында өндәшеү. Һорау һөйләмдең аҙағына һорау билдәһе ҡуйыу |
Һорау һөйләмде тейешле интонацияменән уҡырга.Уҡытыусыға, тиҫтерҙәренә нимәлер асыҡлау, нимә хаҡындалыр төплөрәк белешеү маҡсатында һорау бирергә баҙнат итергә. Хәбәр йәки өндәү һөйләмде һорау һөйләмгә әйләндерергә. Текст йөкмәткеһе буйынса һорауҙартөҙөргә һәм класташтарына бирергә |
|
48-50 |
Текст.Һөйләм |
Текст ике һәм унан күберәк һөйләмдәрҙән тора. Текста һөйләмдәр мәғәнәһе буйынса бер-береһенә бәйле булыуы. Ҡыҙыл юл |
2-3, 3-4 һөйләмдән торған текст төҙөй белергә. Тексты күсереп яҙыу ҡағиҙәһенә ярашлы күсереп яҙырға |
|
51 |
Тикшереү эше |
Һөйләм төҙөү. Һөйләм аҙағында тыныш билдәләре (нөктә, һорау, өндәү). Һөйләмдең баш киҫәктәрен (эйә, хәбәр) айырыу. Текст күсереп яҙыу |
Һөйләмде дөрөҫ яҙырга. Тексты күсереп яҙыу ҡағиҙәһенә ярашлы күсереп яҙырға |
|
52 |
Һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы |
Саф башҡорт һүҙҙәре нисек әйтелә, шулай яҙыла: туп, имән, килә, бара, сыға, ашай һ. б. Һүҙҙе ижеккә бүлеү |
4-5, 5-6 хәрефтән торған һүҙҙәрҙе әйтеп яҙырға. Һүҙҙе юлдан юлға күсереү өсөн ижеккәдөрөҫ бүлергә |
|
53-55 |
Ҡалын һәм нәҙек әйтелешле һүҙҙәр |
ә, ө, ү, е, э, и һәм а, о, у, ы хәрефле һүҙҙәр. Һүҙҙәге тартынҡылар нәҙек һәм ҡалын һуҙынҡылар уратылышында. Һүҙҙең тәүге ижеге ҡалын булһа, башҡа ижектәре лә ҡалын. Һүҙҙең тәүге ижеге нәҙек булһа, башҡа ижектәре лә нәҙек |
Һүҙҙәрҙе күҙәтергә, сағышты- рырға. Үҙ аллы эшкә йомғаҡ яһарға,ҡағиҙә төҙөргә |
|
56-57 |
Һүрәт буйынса инша. «Елдерәләр саналар» |
Һүрәт йөкмәткеһен эҙмә-эҙлекле бәйән итеү. Яҙма телмәр |
Бирелгән һүҙҙәрҙе ҡулланып, һүрәт буйынса хикәйә төҙөргә |
|
58-59 |
Һүҙҙе юлдан юлға күсереү |
Ижеккә бүлеү, һүҙҙе юлдан юлға күсереү. Күсереп яҙыу |
Һүҙҙе ижеккә бүлеү ысулдарын үҙләштерергә. Һүҙҙе юлдан юлға күсереүоҫталығы булдырырға |
|
60-62 |
У - ү хәрефе |
У - ү хәрефле һүҙҙәр: ус - үс, ос - өс, аса - әсә, бала - бәлә, урам - үрәм, бойоҡ — бөйөк һ. б. Уларҙың өн моделе. Һүҙҙе ижеккә бүлеү. Уны юлдан юлға күсереү |
У - ү хәрефле һүҙҙәрҙе күҙәтергә, сагғыштырырға, һығымта яһарға. У - ү хәрефле һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға |
|
63 |
Һүрәт буйынса өйрәтеү иншаһы. «Шарлауыҡ янында» |
Инша яҙырға өйрәнергә. Һүрәтте өйрәнеү, һүҙлек эше. Һүрәт йөкмәткеһе буйынса һөйләшеү. План төҙөү. Яҙыу |
Инша яҙырға өйрәнергә |
|
64-65 |
0 - ө хәрефле һүҙҙәр |
0 - ө хәрефле һүҙҙәр. Уларҙың әйтелеше, яҙылышы |
0 - ө хәрефле һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға |
|
66 |
Изложение. «Терпе ҡыҙына күстәнәс» |
Текст. Уның сюжет йөкмәткеһе. Текстың идея-тематикаһы. План төҙөү |
Тексты аңлап уҡырға. Ундағы төп фекерҙе билдәләргә.Текстың йөкмәткеһен эҙмә-эҙлекле һөйләргә. План төҙөргә.Дәфтәргә яҙырға |
|
67-68 |
Ээ хәрефле һүҙҙәр |
Ээ хәрефе һүҙ башында. Ээ хәрефле һүҙҙәр: эт, эш, эс, эҙ, эл, энә, эре, эйе, эңер, эсәк, элек, эйәк, эйәр, эшсе, эрен, Эйек; бер, кер, кеш, теш, тел; кесе, кеше; терпе, серле, белем һ. б. Күҙҙе юлдан юлға күсереү. Күсереп яҙыу ҡағиҙәһе |
Ээ хәрефле һүҙҙәрҙе күҙәтергә, сағыштырырға, һығымта яһарға. Ээ хәрефле һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға |
|
69 |
[э] өнө һүҙ уртаһында һәм аҙағында |
[э] өнөнөң һүҙ уртаһында һәм аҙағында е хәрефе менән билдәләне үе. Күҙҙәр йыйыу: бер, кер, кеш, теш, сер; белем, себеш, фекер, тегенсе, һепертке һ. б. |
Һүҙҙең өн моделен төҙөргә. Уны күҙәтергә, ([э] өнөн) һығымта яһарға. [э] өнө һүҙ башында һәм уртаһында (аҙағында) килгән һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға. Һүҙҙе юлдан юлға дөрөҫ күсерергә. Һөйләмде күсереп яҙыу ҡагиҙәләрен үтәргә |
|
70-71 |
Ыы хәрефле һүҙҙәр |
Ыы хәрефе һүҙ башында, уртаһында, аҙағында: йыр, ҡыш, ҡыр, ҡын, тын, сыҡ, һыр, һын, ышыҡ, ысыҡ, ырыҫ, ырым, арыш, утын, быйыл, шыйыҡ, сытыр, ырҙын, ыҡсым, ылымыҡ, ыңғырсаҡ һ. б. |
Һүҙ байлығын арттырырға. Ыы хәрефле һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға. Бәйләнешле телмәрҙе үҫтерергә. Мәҙәниәтле аралашыу ҡағиҙәләрен үҙләштерергә |
|
72 |
Тикшереү эше. Контроль күсереп яҙыу йәки диктант |
Һөйләмдә бер үк һорауға яуап биргән (һаналып киткән) хәрәкәт һүҙҙәр. Предметтың атамаһын, уның хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр. Һүҙбәйләнеш. Һөйләм. Һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы |
Эште грамоталы яҙырға. Таҙа яҙырға |
|
73-74 |
Йй хәрефле һүҙҙәр. Уларҙың яҙылышы |
Йә, йө, йү, йе (һүҙ уртаһы), йо, йы ҡушымсалы һүҙҙәр |
Һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға |
|
75-77 |
Йй хәрефле һүҙҙәр. Уларҙың яҙылышы |
Йй хәрефле һүҙҙәр. Уларҙың яҙылышы |
Дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләрен үтәргә |
|
78 |
Инша. «Һаумы, Яңы йыл!» |
Яңы йыл байрамы тураһында |
Инша яҙырға өйрәнергә |
|
79-80 |
[йа] өнө ниндәй хәреф менән тамғалана? |
Яя хәрефе һүҙ башында, һүҙ уртаһында һәм аҙағында. Яя хәрефле һүҙҙәрҙең өн моделе, транскрипцияла яҙылышы |
Яя хәрефле һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға |
|
81-82 |
[йу] өнө ниндәй хәреф менән тамғалана? |
Юю хәрефенең ҡалын һүҙҙә генә яҙылыуы. Һүҙҙең өн моделе, транскрипцияла яҙылышы |
Юю хәрефле һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға |
|
83-84 |
[йэ] өнө ниндәй хәреф менән тамғалана? |
Ее хәрефенең һүҙ башында яҙылышы. Ее хәрефе һүҙ уртаһында |
Ее хәрефле һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға |
|
85 |
[й’о] өнө ниндәй хәреф менән тамғалана? |
Ёё хәрефе рус теленән һәм башҡа сит телдәрҙән ингән һүҙҙәрҙә |
Ёё хәрефле һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға |
|
86 |
Тикшереү эше |
Ике өндө белдергән хәрефле (е, ё, ю, я) һүҙҙәрҙең яҙылышы |
Тикшереү эшен грамоталы башҡарырға |
|
87 |
Һүҙ төркөмдәре |
Һүҙҙәрҙе аңлатҡан мәғәнәһе буйынса төркөмгә бүлеү: предмет атамаһын, хәрәкәтен, билдәһен белдергән һүҙҙәр, ярҙамсы һүҙҙәр |
Һүҙҙәрҙе күҙәтергә, сағыштырырға, һығымта яһарға. Текстағы һүҙҙәрҙе аңлатҡан мәғәнәһе буйынса төркөмләй белергә |
|
88-89 |
Предмет атамаһын белдергән һүҙҙәр |
Тирә-йүндәге предметтар. Уларҙың атамаһы (исеме). Кем? нимә? һорауына яуап булыусы предмет атамалары. Йәнле, йәнһеҙ предметтар. Фәҡәт бер генә бөртөк предметтың атамаһы булып тороусы һүҙҙәр (яңғыҙлыҡ исемдәр). Күп һандағы бер иш предметтарҙың атамаһы (уртаҡлыҡ исемдәр). Кәйләмдә бер һорауға яуап биргән (һаналып киткән) атама һүҙҙәр |
Предметтарҙы күҙәтергә, тасуирлап һүрәтләп һөйләргә (бирелгән алгоритмға ярашлы). Предмет атамаһын белдергән һүҙҙәрҙе һөйләм схемаһында тейешле тамғалар менән билдәләргә |
|
90-91 |
Предмет хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр |
Предмет хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр. Ни эшләй? ни эшләне? ни эшләйәсәк? һорауына яуап булыусы һүҙҙәр. Һөйләмдең мәғәнәһен белдереүсе төп һүҙҙәр - эйә Һәм хәбәр |
Предметтың башҡарған эшен, хәрәкәтен атарга. Предмет хәрәкәтен белдергән һүҙгә һорау ҡуя белергә. Предмет атамаһына ярашлы уның хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр уйлап әйтергә, яҙырға |
|
92-93 |
Предмет билдәһен белдергән һүҙҙәр |
Предмет билдәһен белдергән һүҙҙәр. Ниндәй? һорауына яуап булыусы предмет билдәһен белдергән һүҙҙәр. Нисек? һорауына яуап булыусы хәрәкәт билдәһен белдергән Һүҙҙәр |
Предметҡа ярашлы билдәне атарға. Һүҙбәйләнеш төҙөп яҙырға. Һөйләмдә билдә-һүҙҙәрҙе айырырға. Уларға һорау ҡуйырга |
|
94-95 |
Һөйләмдең тиң киҫәктәре |
Һөйләмдә бер үк һорауға яуап биреүсе (һаналып киткән) предмет билдәһен һәм хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр. Һөйләмдең эйәһе, хәбәре, эйәрсән киҫәктәре |
Һөйләмдә һаналып киткән билдә-һүҙҙәр араһында өтөр ҡуйырга. Һөйләмдең баш киҫәктәрен, эйәрсән киҫәктәрен тамғалай белергә |
|
96-98 |
Ярҙамсы һүҙҙәр |
Ярҙамсы һүҙҙәр. Уларҙың айырым ғына торған осраҡта мәғәнә белдермәүе. Ярҙамсы һүҙҙәрҙең телмәрҙә ҡулланылышы. Һөйләмдәге функцияһы. Һәм, менән ярҙамсы һүҙҙәре. JIa-лә, да-дә, та-тә; ғына- генә, ҡына-кенә ярҙамсы һүҙҙәре. Уларҙың дөрөҫ яҙылышы |
Ярҙамсы һүҙҙәрҙе телмәрҙе йәнләндереү, тәрәнерәк мәғәнәле итеү маҡсатында ҡулланырға. Уларҙы предмет атамаһын, хәрәкәтен, билдәһен белдергән һүҙҙәрҙән айырым яҙырға |
|
99- 100 |
Үтелгәндәрҙе ҡабатлау |
Һөйләм. Эйә, хәбәр - һөйләмдең баш киҫәктәре. Һөйләмдә эйәрсән киҫәктәр. Һөйләшеү (диалог). Һүҙ төркөмдәре. Предмет атамаһын, хәрәкәтен, билдәһен белдергән һүҙҙәр. Ярҙамсы һүҙҙәр. Һөйләмдә тиң киҫәктәр араһында тыныш билдәһе. Әйтелгәнсә яҙылмай торған һүҙҙәр (һүҙҙәрҙә я, е, ё, ю хәрефтәре). Йе ҡушымсаһы һүҙ уртаһында. Һүҙ башында [уэ], [уы] әйтелешле һүҙҙәр |
Һөйләмде дөрөҫ күсереп яҙырға. Уҡытыусы уҡыуы аҫтында текст яҙырға. Һөйләмдә баш, эйәрсән киҫәктәрҙе тейешле тамға (һыҙма) менән билдәләргә. Һүҙҙәрҙең өн моделен дөрөҫ төҙөргә, транскрипцияла яҙырға, орфограммаларҙың аҫтына һыҙырға, аңлата белергә |
|
101- 102 |
Йыллыҡ тикшереү эше. Эшкә анализ |
Программа материалын үҙләштереү сифатын өйрәнеү |
Бирелгән эштәрҙе аңлы уҡып, дөрөҫ итеп үтәргә |
|